БУРАНҒОЛОВА Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы (28.2.1910, Бәләбәй ҡ. — 16.2.1979, Өфө), тупраҡ белгесе. А.х. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1968). Ленинград а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) Башнаркомземда, иген с‑здары тресында, БАХИ‑ла эшләй; 1953 й. алып Биол. ин‑тында (1959—77 йй. лаб. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре тупраҡтың биохимияһы, микробиологияһы һәм фосфор режимы проблемаларына арналған. Уның тикшеренеү һөҙөмтәләре б‑са респ. тупрағында тулайым һәм еңел үҙләштерелеүсе фосфор миҡдары картограммаһы (фосфорлы ашлама ҡулланыу кәрәк булған райондар күрһәтелгән) төҙөлә. Һоро күмерҙән органик ашламалар һәм үҫемлектәрҙең үҫешен көйләгестәр алыу мөмкинлеген нигеҙләй. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1975).

Хеҙм.: Серые лесные почвы Башкирии: сб. ст. Уфа, 1963 (авторҙ.); Почвы Башкирии. Уфа, 1973 (авторҙ.); Чернозёмы горных районов Башкирской АССР. М., 1975 (авторҙ.).

Ә.Х.Моҡатанов, Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика