БУРАНҒОЛОВ Мөхәммәтша Абдрахман улы [15.12.1888, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс а. (хәҙ. Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны Үрге Ильяс а.) — 9.3.1966, Өфө], фольклорсы, драматург. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен (1907) һәм “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен (1911) тамамлаған, К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1935—37). 1912 й. алып Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡайыпҡол мәктәбендә (хәҙ. Ырымбур өлк. Александровка р‑ны) уҡытыусы, 1916 й. — Быҙаулыҡ өйәҙе халыҡ мәғарифы бүлегенең ауыл мәктәптәре инспекторы, 1917 й. — АСБР-ҙың Туҡ-Соран кантоны халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире һәм кантон башҡарма ком‑ты рәйесе, 1921 й. — тыуған ауылында уҡытыусы. 1924—37 йй. БАССР мәктәптәре һәм техникумдарында башҡ. теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. 1937 й. дек. “буржуаз милләтселек” тә ғәйепләнеп, ҡулға алына. Иреккә сығарылғас, 1938 й. сент. башлап Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑нда эшләй. ВКП(б) ҮК‑ның 1945 й. 27 ғин. “Башҡорт партия ойошмаһында агитация һәм пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында” ҡарары ҡабул ителгәндән һуң, Б. яңынан эҙәрлекләүҙәргә дусар була: уны һәм Б.Бикбайҙы әҫәрҙәрендә башҡ. халҡының тарихын дөрөҫ күрһәтмәүҙә ғәйепләйҙәр. Фольклорис- тика һәм драматургия үҫешенә ҙур өлөш индерә. Б. яҙып алған башҡ. халыҡ йырҙары (“Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Зөлхизә” һ.б.) һәм уларҙың легендалары, эпостар (“Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” һ.б.), туй йолалары башҡ. фольклорының алтын фондын тәшкил итә. Б. драматургик эшмәкәрлеге башҡ. сәхнә сәнғәте формалашыуына һәм үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Уның әҫ. сюжетында башҡорттарҙың традициялары, йолалары һәм хөрәфәттәре сағылыш таба. 20—40‑сы йй. Б. пьесалары б‑са “Ашҡаҙар”, “Башҡорт туйы”, “Шәүрәкәй” һ.б. спектаклдәр респ. проф. һәм үҙешмәкәр театрҙар репертуарына инә. Эпик әҫ., ш. иҫ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет яугирҙарының батырлығын данлаусы “Ватан һуғышы” (1942) ҡобайыры, авторы. Репрессиялана (1950), 1959 й. аҡлана. Б. исеме Раевка башҡорт лицейына бирелгән, уның терр‑яһына — бюст, Өфөлә Б. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; Мәләүез ҡ. урам уның исемен йөрөтә.

Әҫәрҙ.: Таштуғай: пьесалар. Өфө, 1994; Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995; Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 2008.

Әҙәб.: Сказительное и литературное творчество Мухаметши Бурангулова. Уфа, 1992.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика