• Печать

БУРАНҒОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Буранғол а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 42 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 89 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 493 кеше; 1920 — 601; 1939 — 637; 1959 — 548; 1989 — 650; 2002 — 742; 2010 — 773 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, дөйөм практика табибы бүлеге, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1757 й. алып билдәле. Шулай уҡ Ҡуянсыҡ тип аталған. 1866 й. 59 йортта 321 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ауыл эргәһендәге Ҡараташ тауы һәм йөҙйәшәр ҡарағас — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ә.Ә.Абушахманов, Ә.М.Ғайсин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке