БУРАНБАЙ СӘСӘН [ысын исеме Ҡотошов/  Ҡотдосов Буранбай Һөйөндөк улы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Һөйөндөков Буранбай Ҡотдос улы); 1765 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1771 йәки 1781), Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Кинйәбулат а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Буранбай а., — яҡынса 1868, фаразланыуынса, БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Иҫәнгилде а. янында ерләнгән], башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы, йырсы, ҡурайсы. Тархандарҙан. Төрки телен һәм урыҫ телен белгән. Дистанция нач., 6‑сы башҡ. кантонының йорт старшинаһы. 1811 й. вазифаһын артыҡ файҙаланыуҙа нигеҙһеҙ ғәйепләнә, 1820 й., чиндарҙан һәм званиеларҙан мәхрүм ителеп, Себергә һөргөнгә ебәрелә. Юлда ҡаса, ҡаҙаҡ далаларында йөрөй, 1822 й. тыуған яғына Йәркәй исеме м‑н ҡайта, тотола, Ырымбурҙа төрмәлә ултыра. Чиновниктарҙың башбаштаҡлығына, генераль ыҙанлауға ҡаршы сығыш яһай; ҡобайыр, бәйет һәм йырҙарҙа халыҡты үҙ хоҡуҡтарын яҡларға саҡыра. Фаразланыуынса, Б.с. — “Сәлимәкәй”, “Һыр”, “Тәфтиләү”, “Шаһибәрәк”, “Ялан Йәркәй”, “Бөҙрә тал”, “Иркутский”, “Хажеғәле” һ.б. йырҙар авторы. Б.с. образы “Буранбай”, “Буранбай—Ялан Йәркәй”, “Буранбайҙың яҙмышы” риүәйәттәрендә, “Буранбай” йырында, “Буранбай бәйете”ндә сағылдырыла. Тыуған ауылы, Баймаҡ ҡ. урам Б.с. исемен йөрөтә; тыуған яғында стела ҡуйылған. Уның исемен Баймаҡ халыҡ ҡурайсылар ансамбле йөрөтә.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Башҡорт халыҡ ижады. 2‑се т. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1997.

Б.С.Байымов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика