БУРАНБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Таулыҡай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 617 кеше; 1939 — 362; 1959 — 304; 1989 — 342; 2002 — 424; 2010 — 417 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. башынан Әликәш (Әликәш Һөйөндөков исеменән) исеме м‑н билдәле. 18 б. уртаһынан улус старшинаһы Кинйәбулат Әликәшев исеменән Кинйәбулат тип атала, 19 б. уртаһында Яңы Кинйәбулат бүлендек ауылы (20 б. 20‑се йй. 1‑се Этҡол а. ҡушыла) барлыҡҡа килгәс, Иҫке Кинйәбулат тип иҫәпкә алына. 1795 й. 67 йортта 490 кеше йәшәгән, 1866 й. 67 йортта — 341 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Буранбай сәсән (20 б. 30‑сы йй. ауыл уның исеме м‑н аталған), Р.Түләк, М.С.Үтәбаев, Ә.Үтәбай ошо ауылда тыуған.

Р.Ф.Абдуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика