АБИТАЕВА Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы [23.1.1916, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Кесе Юлдаш а. (Ырымбур өлк. Красногвардейск р‑ны) — 12.6.1994, Өфө], актриса. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1969). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1936; Х.Бохарский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы) 1974 й. тиклем Сибай драма театрында эшләй. Лирик‑драматик пландағы актриса. Уның сәхнә образдары милли үҙенсәлеге, кәүҙәләндереү оҫталығы м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: Ҡарлуғас (Б.Бикбайҙың ш. уҡ исемле драмаһы; дебют, 1936), Ғәлимә (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле спектакле), Таңсулпан (Ҡ.Даяндың ш. уҡ исемле драмаһы), Айһылыу (“Һаҡмар”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”; икеһе лә — С.М.Мифтахов). Мәрзиә (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Елена Кошевая (А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” — “Молодая гвардия” романы б‑са Ғәлимовтың “Геройҙар” спектакле) ролдәренә иһә сағыу драматизм хас. Характерлы ролдәре араһында — Туҡтабикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим).

Һ.C.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018