БУРАНБАЕВА Сара Абдулхай ҡыҙы (24.6.1967, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (1994) артисткаһы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2007). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1989; А.К.Лощенков курсы) — БР Милли Йәштәр театры, 1998 й. алып БАДТ актрисаһы.

Актрисаға эске темперамент, романтик рух, ихласлыҡ һәм күркәмлек хас. Төп ролдәре: Кинйә (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”, М.А.Буранғолов; дебют, 1990), Нурия (“Ҡатын‑ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы”, Ф.М.Бүләков), Нәзирә (“Ҡыпсаҡ ҡыҙы”, А.Ш.Йәғәфәрова), Һомай (“Урал батыр”, Ғ.Ғ.Шафиҡов) һ.б. Актрисаның Милли Йәштәр театры сәхнәһендә башҡарған Зойка — Зәйнәб роле (“Мөхәббәт исемлеге”, Бүләков) һынландырыу оҫталығы, драматизм м‑н айырылып тора. Кино һәм т/ ф ролдәре: Сания (“Миҙал”, 2000), Ғәҙилә (“Ай ҡыҙы”, 2001, 2002; икеһе лә — “Башҡортостан” ДТРК), Кесе инәй (“Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ”, “Башҡортостан” к/ ст, 2005).

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика