БУРАН ТУРҒАЙЫ (Parus cyanus), турғай һымаҡтар отрядының ҡарабаш турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса бүлкәтендә (Приморьенан алып Көнсығыш Европаға тиклем) таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 18—25, ҡанатының ҡоласы 19—23 см, ауырлығы 10—16 г. Ҡауырһын ҡапламының күпселек өлөшө аҡ төҫтә, ҡайһы бер урындары — һоро, зәңгәр: арҡаһы зәңгәрһыу һоро, башының өҫкө өлөшө, ҡорһағы, муйынындағы табы, яурынындағы һыҙаттары аҡ; күҙе кимәлендә көрән суҡышының төбөнән муйынының артҡы өлөшөнә тиклем күк һыҙат үтә. Ҡанаты ҡыҫҡа, зәңгәр; ҡанатындағы һәм ҡойроғо ситендәге ике киң һыҙат аҡ төҫтә. Аяғы һорғолт көрән, бармағы ҡыҫҡа, бөгөлгән осло тырнаҡлы. Ояһын 0,5—3 м бейеклектә ағас ҡыуыштарында ҡора, ҡоро үлән, мүк, йөн түшәй. 9—11 ҡыҙғылт көрән таплы аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 13—14 көн баҫа. Көндөҙгө (йәшерен) ҡош. Бөжәк, үрмәксе, ҡышын үҫемлек орлоғо м‑н туҡлана. Япраҡлы, ҡатнаш урмандарҙа, ҡуһа һәм ҡамыш баҫҡан һыу буйында йәшәй. БР‑ҙа башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һәм Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика