БУРАН, елдең ҡарҙы тупраҡ йәки ҡар япмаһы өҫтөнән күсереп йөрөтөүенә килтергән атмосфера күренеше. Йәйәүле, һепертмә һәм өйөрмә Б. була. Йәйәүле (ел тиҙлеге яҡынса 5 м/ с, ҡар бер нисә см күтәрелә) һәм һепертмә Б. (яҡынса 10 м/ с, 2 м тиклем), антициклон периферияһында барлыҡҡа килеп, алдан яуған ҡарҙы туҙҙыра. Өйөрмә Б. (10 м/ с ашыу, 2 м юғары) атмосфера фронттары үткәндә циклонда ҡуба; ҡар яуа, көрт, һырынтылар барлыҡҡа килә. Респ. йылына уртаса — 32—46, төньяҡ райондарҙа — 62‑гә тиклем, көньяҡта 21 көн Б. була. Б. күберәк тәүлектең 2‑се ярт. сыға һәм уртаса 8—9 сәғ. дауам итә. Б. окт. алып апр. тиклемге осорҙа күҙәтелә. Ғин.‑фев. айҙарында йышая һәм көсәйә. Марттың 2‑се ярт. көслө Б. — аҡман‑тоҡман сыға.

Р.Ғ.Ғәлимова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика