БУРАЛЫ, Илеш р‑нындағы ауыл, Этәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 119 км алыҫлыҡта Буралы й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 411 кеше; 1920 — 547; 1939 — 513; 1959 — 489; 1989 — 232; 2002 — 241; 2010 — 235 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Этәй урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1697 й. алып билдәле. 1718 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. (мишәрҙәр ҙә теркәлгән) 9 йортта 56 кеше йәшәгән, 1865 й. 31 йортта — 200 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. И.Й.Йосопов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика