БУРАҠАЕВА Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (27.3.1943, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2002). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) респ. киң мәғлүмәт сараларында һәм халыҡ мәғарифы системаһында эшләй. 1995—98 йй. РФ Мәғариф министрлығының Милли мәғариф проблемалары ин‑ты Башҡ‑н филиалының ғилми хеҙм‑ре. “Һүнмәҫ нурҙар” (1975) тип аталған тәүге китабы геологтар тормошо һәм хеҙмәте хаҡында бәйән итә. “Шишмә” (1980), “Йәнтөйәк” (1989) повестарында экология һәм әхлаҡ проблемалары күтәрелә. “Һылыуҡай” (1985) документаль повесы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 16‑сы Башҡ. кавалерия див. шәфҡәт туташы Һылыу Әхмәтоваға арналған. “Өфө — минең ҡалам” (“Уфа — город мой”; 1999, реж. Р.А.Исмәғилев) документаль фильмының сценарий авторы, “Ауыл өҫтөндә йәйғор” (2000; реж. Б.Т.Йосопов, икеһе лә — “Башҡортостан” к/ст) нәфис фильмының сценарий авторҙарының береһе. Башҡ. мәктәптәренең башланғыс һәм урта синыфтары өсөн “Тормош һабаҡтары” — “Башҡорт мәҙәниәте” (1994—2011) дәреслектәре авторҙашы. “Аҡтирмә” Бөтә башҡ. милли‑мәҙәни үҙәге рәйесе (1998—2001). З.Биишева ис. (2002), Р.Ғарипов ис. (2005) пр. лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2013).

Әҫәрҙ.: Аҡ балыҡ: повестар. Өфө, 1993; Аҫылташтар бәйгеһе: әкиәт. Өфө, 1995; Арғымаҡ. Күңел донъяһына сәйәхәт: әҙәби‑публицистик әҫәр. Өфө, 2005.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика