БУРА ҺУҒЫУ СПОРТЫ, спортсыларҙың билдәле бер алыҫлыҡтан таяҡ (бура таяғы) м‑н 5 буранан (ағас цилиндрик түмәр) төҙөлгән фигураларҙы бәреп сығарыу ярыштары. Башҡортостанда Б.һ.с. 20 б. 50‑се йй. аҙ. Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубында, “Батыр”, “Кировец”, “Химик” (бөтәһе лә — Өфө), “Металлург” (Белорет ҡ.) спорт клубтарында секциялар ойошторолғандан һуң үҫеш ала. 60‑сы йй. аҙағында Б.һ.с. секциялары Ишембай, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡҡ. һ.б. асыла. 1965 й. Өфөлә СССР һәм РСФСР чемпионаттары, 1982—91 йй. “Вечерняя Уфа” гәз. приздарына йыл һайын Бөтә Рәсәй турниры үткәрелә. БАССР йыйылма командаһы — РСФСР (1965) һәм Рәсәй (1996) чемпионаттарының бронза призёры, бөтә Союз турнирҙары еңеүсеһе (1987, 1988), көмөш (1986) һәм бронза (1989) призёры. Респ. 26‑сы СДЮСШОР‑ҙа (ӨфөБ.һ.с. бүлеге, 10‑ға яҡын секцияһы бар, унда 50-гә яҡын кеше шөғөлләнә (2010); “Төҙөүсе” стадионында Б.һ.с. өсөн майҙансыҡтар йыһазландырылған. 1960 й. алып БР Б.һ.с. федерацияһы эшләй. Б.һ.с. м‑н тренерҙар С.М.Гаврилов, В.Г.Глушков, Ю.Ю.Ғайсаров, В.Ф.Ишпахтин, В.П.Ломакин, Г.Н.Мельников, Н.Г.Мистюков, А.И.Неженкин, М.М.Пичугин, А.Н.Рулёв, Н.П.Шапкин, В.Г.Шипичук, бөтә Союз категориялы судья Д.В.Мавриндың эшмәкәрлектәре бәйле.

В.Н.Шапкин, Ә.М.Әмиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика