БУЛГАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Николай Михайлович Б., статский советник. 1791 й. алып — Быҙаулыҡ өйәҙ, 1794—96 йй. — Өфө өйәҙ, 1797—1803 йй. Ырымбур губерна дворяндар йыйылышы башлығы. Бәләбәй өйәҙендә, Боғорослан өйәҙендә, Быҙаулыҡ өйәҙендә һәм Өфө өйәҙендә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен һатып ала. Б. яҙмаларында крепостной һәм завод крәҫтиәндәре т‑да статистик мәғлүмәттәр бирелә, 17 б. аҙ. — 18 б. башында алпауыттарҙың ер эшкәртеү ысулдары һүрәтләнә. Уның ейәне — Пётр Иванович Б. (1808—?), камергер (1849), действительный статский советник. Царское Село лицейын тамамлаған (1829). 1832 й. башлап Сит ил эштәре министрлығында хеҙмәт итә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Өфө губерна төрмәләр попечителлеге ком‑ты дир. була. 1860 й. Б. нәҫелдән күсә килеүсе имениеларында — Өфө өйәҙе Булгаков а. (хәҙ. БР‑ҙың Өфө р‑ны) 240 алпауыт крәҫтиәне теркәлгән. Б. нәҫеле Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған.

Әҙәб.: Гудков Г.Ф., Гудкова З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Өфө, 1991.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. С.М.Рәхимова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика