БУЛГАКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/ с үҙәге. Өфөнән К. 30 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 9 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 447 кеше; 1920 — 712; 1939 — 824; 1959 — 1628; 1989 — 2216; 2002 — 2801; 2010 — 3591 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Лицей, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Булгаковские зори” халыҡ хоры), китапхана, музей, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Муса‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1785 й. купчий б‑са Н.М.Булгаков (ҡара: Булгаковтар) һатып алған ерҙәрҙә, фаразланыуынса, 1721 й. алып билдәле булған элекке Алмантай а. (старшина Алмантай Һалдыбаев исеменән) урынында нигеҙ һалына. 1865 й. Воскресенскийҙа (Б.) 80 йортта 489 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1851 й. төҙөлгән), һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 19 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, һөнәрселек училищеһы, земство почта станцияһы, һыра һәм 2 бакалея кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 50‑се йй. уртаһына ҡарай Б. А.Д.Цюрупа ис. с‑здың үҙәк усадьба ҡасабаһы ҡушылған. Ю.С.Дёмин, А.Н.Чувыров ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика