БУЛАШЕВ Зиннәтулла Ғиззәт улы (7.4.1894, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡарашиҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Иҫке Ҡарашиҙе а. — 11.7.1938, Өфө), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен (1915), Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тты (Мәскәү, 1922) тамамлаған. 1919 й. алып Ялан кантоны башҡарма ком‑тының халыҡ мәғарифы бүлеге, 1920—21 йй. ер бүлеге мөдире. 1922 й. башлап ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 2‑се баҫҡыс Башҡ‑н өлкә совет партия мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1925 й. алып ВКП(б)‑ның Арғаяш кантон ком‑тының, 1926 й. — Башҡ‑н өлкә контроль комиссияһы партия коллегияһының яуаплы секретары, 1928 й. — ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты бүлеге мөдире һәм 1‑се секретары урынбаҫары. 1930 й. башлап БАССР ХКС‑ы рәйесе. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1935). Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: Иргалин Г.Д. Добрый след на земле //Возвращённые имена. Уфа, 1991.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика