БУЛАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 67 км алыҫлыҡта Күндерәк й. үрге ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 384 кеше; 1939 — 503; 1959 — 359; 1989 — 72; 2002 — 99; 2010 — 62 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1905 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә украин күскенселәре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика