БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы [15.9.1906, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Себенле а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 2.1.1982, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. майынан Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының танкыға ҡаршы орудие ком. сержант Б. 1943 й. 27 сент. Белорус ССР‑ы Нивки а. янында Днепрҙы аша сыҡҡанда һәм 29 сент. Галки а. өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) БАССР‑ҙың ЭЭМ органдарында хеҙмәт итә, артабан Әлшәй р‑нының “Мир” к‑зында эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика