БУЛАТЙЫЛҒА, Булат, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Яңы Уртауыл а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Ушъя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 513 кеше; 1939 — 583; 1959 — 522; 1989 — 153; 2002 — 98; 2010 — 74 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1844—47 йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1765 й. тиклем) Бөрө өйәҙе Уран улусының Бәҙрәш, Ҡом, Уртауыл (хәҙ. Иҫке Уртауыл), Янбарис аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Бүләкйылға исеме м‑н аталған. 1859 й. 37 йортта 210 кеше йәшәгән. Игенселек, һатыуға ағас әҙерләү, умарт‑ҡ, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика