БУЛАТ, Монаш, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 40 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 411 кеше; 1920 — 548; 1939 — 289; 1959 — 203; 1989 — 150; 2002 — 158; 2010 — 155 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары 1802 й. һәм 1811 й. араһында үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Булат Раҡаев исеме м‑н аталған. Икенсе исеме “монаш” этнонимы (ҡара: Бөрйән) м‑н бәйле. 1866 й. 58 йортта 383 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ тирмән теркәлгән. Г.Х.Мәмлиева ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж.Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика