БУЛАНКИН Дмитрий Александрович (8.8.1978, Пенза ҡ.), спортсы. Боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). Башҡ. физик культура ин‑тын тамамлаған (2008). РОСТО тәрбиәләнеүсеһе (Пенза; тренеры В.Г.Шумилин). 2000 й. алып Ҡадиров Ғ. исемендәге спорт клубы өсөн сығыш яһай (тренерҙары А.Н.Буланкин, Р.П.Мостафин). Донъя (2004), Европа (2003—04, 2006, 2009) һәм Рәсәй (2006) шәхси чемпионаттары еңеүсеһе, Рәсәй Кубогын (2008) һәм Ролоф Тайс кубогын (Нидерланд, 2000) яулаусы, Ғ.Ф.Ҡадиров мемориалы еңеүсеһе (2003—04). Рәсәй команда чемпионаттары еңеүсеһе (2002—09, 2014). Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1999). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002 й. алып). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2004).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика