БУЛАВКИН Вячеслав Васильевич (11.7.1940, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны ш. уҡ исемле ауылы — 9.10.2007, Мәскәү), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (1996). РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1996). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) машиналар эшләү з‑дында (Ырымбур ҡ.) эшләй: 1968 й. алып бүлек нач., 1972 й. — баш технолог. 1977 й. башлап Мәскәүҙә эшләй: М.В.Хруничев ис. машиналар эшләү з‑дының баш технологы; 1986 й. алып «“Техномаш” ҒПБ» ФДУП‑ының ғилми эштәр б‑са ген. дир. урынбаҫары — баш технологы, 1991 й. — ген. дир. урынбаҫары — башҡарма дир., 1992 й. — ген. дир., бер үк ваҡытта 1987 й. алып Мәскәү техник ун‑тында уҡыта һәм 1996 й. башлап “Машприбор” кадрҙар әҙерләү ин‑тының ике тәғәйенләнешле юғары технологиялар каф. мөдире. Фәнни-производство эшмәкәрлеге ракета-космос техникаһын (“Энергия—Буран” комплексы, “Мир”, “Салют” орбиталь станциялары, “Протон”, “Протон‑М” ракета йөрөткөстәре) уйлап табыу һәм етештереүҙе технологик яҡтан тәьмин итеү проблемаларына, конверсия проекттарын тормошҡа ашырыуға арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. (1991), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (1998, 1999) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе” (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Теория и проект построения адаптируемых технологических процессов. М., 1995; Системный подход к применению комплексной технологии в производстве ракетно-космической техники. М., 1997; Высокие наукоёмкие технологии в производстве ракетно-космической техники и их конверсия. М., 1998.

А.С.Банщиков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика