БУКИН Василий Николаевич (27.1.1899, Пенза губ. Знаменское а. — 21.1.1979, Мәскәү), биохимик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1964), биол. ф. д-ры (1943). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1969). Ленинград а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1925) Ленинград өлк. эшләй: өлкә ер идаралығында агроном, 1927 й. алып “Красный семеновод” к-зы рәйесе. 1932 й. башлап Бөтә Союз үҫемлекселек ин-тында (Ленинград) үҙе ойошторған лаб. мөдире, 1938 й. — СССР ФА‑ның А.Н.Бах ис. Биохимия ин-тында, бер үк ваҡытта 1943 й. алып Мәскәү аҙыҡ-түлек сәнәғәте технологиялары ин-тында витаминдар технологияһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре витаминдар биосинтезына, уларҙың матдәләр алмашыныуындағы ролен асыуға, сәнәғәттә етештереү ысулдарын табыуға арналған. Б. етәкс. A, B, U һ.б. витаминдарҙы етештереү үҙләштерелә, Б. башланғысы б‑са 1966 й. илдә тәүге тапҡыр Өфө витамин заводында B15, 1970 й. U витаминдары етештерелә башлай. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1949), А.Н.Бах ис. пр. (1963) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Пангамат кальция (витамины B15). М., 1968; Витамины U (S‑метилметионин) — природа, свойства, применение. М., 1973.

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика