БУКАНОВА Роза Ғафар ҡыҙы [29.1.1950, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1976), 1980 й. алып (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ уҡыта (1998—2000 йй., 2005 й. башлап сығанаҡтар өйрәнеү һәм историография каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2000 й. башлап БР‑ҙың Фән, юғары һәм урта проф. белем биреү б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе, 2002—08 йй. БР‑ҙың Ә.Вәлиди ис. Милли китапханаһы директоры. 1984—88 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы. Фәнни тикшеренеүҙәре 16—18 бб. Башҡортостандың соц.‑иҡт. тарихы проблемаларына, ҡалалар һәм нығытмалы сик һыҙыҡтары төҙөлөшөнә, халыҡтың һалым түләүсе һәм хеҙмәтле ҡатламдары формалашыуына арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Ә.Вәлиди ис. пр. лауреаты (2010).

Хеҙм.: Города и городское население Башкирии в XVI—XVII вв. Уфа, 1993; Города-крепости юго‑востока России в XVIII веке. История становления городов на территории Башкирии. Уфа, 1997; Закамская черта XVII века. Уфа, 1999; Города-крепости на территории Башкортостана в XVI—XVII вв. Уфа, 2010.

Р.Ә.Бикбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика