“БУЗДЯКСКИЕ НОВОСТИ” (“Бүздәк яңылыҡтары”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Бүздәк яңылыҡтары” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Бүздәк р‑ны Бүздәк а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Бүздәк яңалыклары”) телдәрендә сыға. 1931 й. татар телендә “Штурм” исеме аҫтында сыға башлай, 1937 й. алып “Коммунага” — (“Коммунаға”), 1962 й. — “Алга” (1966 й. башлап ш. уҡ урыҫ телендә “Вперёд”; икеһе лә — “Алға”); 1991 й. башлап хәҙ. исемдәр м‑н нәшер ителә. 1962—66 йй. гәзит нәшер ителмәй.

Д.Х.Туҡтамышев

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика