БУҘБЕЙӘ, Өҫән й. басс. һаҙлыҡ, Туймазы р‑ны Сәйрән а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта ята. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 25 га, торфтың уртаса ҡалынлығы яҡынса 1 м. Ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Ҡайын, ерек, айыу көпшәһе, шифалы ҡырҡъяпраҡ, кейеҙ үлән, күрән, һаҙ ҡырҡбыуыны һ.б. үҫә. Аҡсарлаҡ, ҡамыш турғайы, ҡуҡый, мөншөгөр, сарлаҡ, һоро торна, ҡуян, төлкө һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика