БУҘАТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Буҙат а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 106 км алыҫлыҡта Буҙат й. (Тәтер й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1238 кеше; 1920 — 1514; 1939 — 1280; 1959 — 1213; 1989 — 957; 2002 — 784; 2010 — 722 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, музей бар.

Ауылға 1793 й. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә төрлө улустарҙың ауылдарынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1795 й. 187 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 86 йортта — 511 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 11 ҡул тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тирмән, тимерлек, бакалея һәм мануфактура кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән. З.А.Ғәлимов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика