БУҘАН СМАҠОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Күл‑Иле‑Мең улусы Аҙнай а. (Бишбүләк р‑ны) башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы. 1773 й. аҙ. — 1774 й. башында Минзәлә баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе. Ҡазан губернаһының Ҡазан өйәҙе татарҙарын баш күтәреүселәр армияһына мобилизациялай. Б.С. отряды 1774 й. февр.—апр. Ҡазан даруғаһы Баҡалы ҡәлғәһе һәм Нуғайбәк ҡәлғәһе, Түбәнге Троицк заводы, Өҫән‑Ивановка заводы тирәһендә хәрәкәт итә; июнь—июлдә Бөгөлмә ведомствоһы Дүсмәт а. янындағы һәм Дим й. үрге ағымы буйындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Нояб. Б.С. ғәйебен танып Ҡазан йәшерен комиссияһына килә, 10 дек. һуңғы хөкөм сығарыу өсөн граф П.Н.Панинға ебәрелә. Язанан ҡотҡарыла. 1783 й. Күл‑Иле‑Мең улусында сотник. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика