АБЕЛЕВ Элья Хононович (3.1.1919, Белорус ССР‑ы Бобруйск ҡ. — 10.10.1985, Өфө), тренер. Спорт гимнастикаһы б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1968), респ. категориялы судья (1960). 1945—79 йй. “Динамо” ДСО-һының Башҡ-н өлкә советы тренеры, өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1945—59 йй. БАССР Спорт гимнастикаһы федерацияһы рәйесе һәм йыйылма командаһының баш тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Л.Е.Королёва, ш. уҡ 36‑нан ашыу СССР спорт мастеры.

Әҙәб.: Бикчентаев Р.А. Школа Абелева // Башкирия спортивная. Уфа, 1971.

Р.Ә.Әйүпов

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.