БУДЬЯ ВӘРӘШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Иҫке Вәрәш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Вәрәш й. (Гәрәй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 412 кеше; 1920 — 431; 1939 — 373; 1959 — 305; 1989 — 203; 2002 — 201; 2010 — 166 кеше. Удмурттар йәшәй (2002).

Ауылға 1627 й. Уҫы даруғаһында яһаҡлы удмурттар Вәрәш исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Ба(у)дзи Вәрәш, Будза Вәрәш булараҡ теркәлгән. 1865 й. 28 йортта 187 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика