БУДИЛОВ Игорь Николаевич (16.12.1955, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1998). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1999 й. алып Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында лаб. мөдире, 2001—05 йй. бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2001 й. башлап “Ресурсдиагностика” ғилми-диагностика үҙәге директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡаты есемдең деформацияланыу һәм емерелеү механикаһына арналған. Б., материалдың структура факторын һәм анизотропияһын иҫәпкә алып, көсөргәнеш концентрацияланған зоналарҙан башланыусы ярыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе һәм таралыуының һыҙыҡлы булмаған моделдәрен, ш. уҡ алынмалы, юғары йөкләнешле ялғанма элементтарҙың сыҙамлылығын һәм ныҡлығын иҫәпләп сығарыу методикаһын уйлап таба. Һауыттарҙың, аппараттарҙың, технологик үткәргес торбаларҙың көсөргәнешле деформация ваҡытындағы торошон баһалау методикалары һәм алымдары “Газпром нефтехим Салауат”, “Полиэф”, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑ларында индерелгән. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Построение математической модели скорости роста трещины и численное моделирование НДС в разъёмных соединениях двигателя. Уфа, 1997; Сопротивление росту трещин в элементах высоконагруженных конструкций. Уфа, 1998 (авторҙ.); Сопротивление разрушению элементов разъёмных соединений высоконагруженных конструкций. М., 2000 (авторҙ.).

Ю.С.Первушин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика