БУДИЛОВ Владимир Васильевич (20.1.1946, Приморье крайы Хороль а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлаған (1969), 1976 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге вакуумлы ион-плазмалы технологияларҙың физик нигеҙҙәрен өйрәнеүгә арналған. Б. электрланған өлөшсәләрҙең конструкция материалдарының өҫкө йөҙө м‑н үҙ-ара тәьҫир итешеү процестарын, конструкция ҡоростарының һәм өҫтө вакуумлы ион-плазмалы ҡаплаулы иретмәләрҙең файҙаланыу үҙенсәлектәрен формалаштырғанда технологик нәҫеллек эффекты булыуын өйрәнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Интегрированные вакуумные ионно-плазменные технологии обработки деталей газотурбинных двигателей: физические основы, моделирование, проектирование. 2-е изд. Уфа, 2004 (авторҙ.); Технология вакуумной ионно-плазменной обработки. М., 2007 (авторҙ.); Нанотехнологии обработки поверхности деталей на основе вакуумных ионно-плазменных методов: физические основы и технические решения. М., 2008 (авторҙ.).

В.С.Мухин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика