БУДЁННОВСКИЙ, Будённый, Иглин р‑нындағы ауыл, Балтика а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 290 кеше; 1959 — 382; 1989 — 225; 2002 — 214; 2010 — 192 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Позолотинск утарҙары (19 б. аҙ. Өфө өйәҙендә Белоруссиянан күсеп килеүселәр нигеҙләй; 1920 й. 56 йортта 331 кеше йәшәгән) кешеләре ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Р.Х.Нуриева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.