БУГОРОВКА, ауыл, 1958 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эсендә.

19 б. 70‑се йй. алпауыт А.Бухвостованан һатып алынған ерҙәрҙә Стәрлетамаҡ ҡ. мещандары нигеҙ һала. Һуңыраҡ 19 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән Аделаидовка (Бухвостов) а. м‑н ҡушылған. 1896 й. Б. (Бухвостов, Аделаидовка) 33 йортта 184 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, ситкә китеп эшләгәндәр. Халҡы: 1906 й. — 172 кеше; 1920 — 208; 1939 — 314 кеше. 1958 й. ҡарай Стәрлетамаҡ р‑нының Левашёвка а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.