БУГЕРА Владислав Евгеньевич (24.1.1971, Өфө), философ. Филос. ф. д‑ры (2006). Т.Шевченко ис. Киев ун‑тын тамамлаған (1993). 1996 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре марксистик философия, соц. психология, йәмғиәт үҫешендә мәғлүмәт технологияларының роле, Ф.Ницше филос. проблемаларына арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Собственность и управление. М., 2003; Сущность человека. М., 2005; Социальная сущность и роль философии Ницше. М., 2010.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика