БРАУН Николай Варфоломеевич (25.4.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Воскресенск утары, хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Воскресенск а. — 10.4.1997, Ырымбур ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Совет Армияһында. 1944 й. окт. башлап 3‑сө Белоруссия фронтында 1‑се һауа армияһы 276‑сы бомбардировка авиацияһы див. 34‑се гвардия бомбардировка полкының уҡсы-радисы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н гвардия сержанты Б. 1944 й. 29 нояб., 1945 й. 8 һәм 24 апр. Көнсығыш Пруссияла хәрби осоштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1950) Ырымбурҙа эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1‑се (1946), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика