АБҘАНОВ Шәмси Саҙрый улы [24.10.1894 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1895), Өфө губ. Бөрө өйәҙе Эткенә а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], иҡт. географ, педагог. Проф. (1932). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлаған (1927). 1912 й. алып Пермь губ. Уҫы өйәҙе Солтанай а. уҡытыусы, 1913—23 йй. Ташкент һәм Бохара ҡҡ. эшләй, 1924—28 йй. Мәскәү һәм Һарытау ҡҡ. уҡыта, 1929 й. алып Һарытау, 1930 й. — Мәскәү кооператив техникумы директоры. 1931 й. башлап К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында иҡт. география каф. дир., мөдире (1937 й. тиклем), 1935 й. — Башҡ‑н игенселек һәм малсылыҡ ҒТИ директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре респ. халыҡ мәғарифын үҫтереү проблемаларына, Башҡортостан һәм сит илдәрҙең иҡт. географияһына арналған. 10‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана.

Хеҙм.: К вопросу о народном образовании в Башкирии. Уфа, 1935.

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018