БРАДИС Елизавета Модестовна (13.8.1900, Псков — 5.5.1975, Киев), геоботаник. Биол. ф. д‑ры (1952), профессор. Фәнни эшмәкәрлеге һаҙлыҡтарҙы өйрәнеү һәм геоботаник районлаштырыу м‑н бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина ССР‑ы ФА‑ның Ботаника ин‑ты составында БАССР‑ға эвакуациялана. 1941—47 йй. Башҡортостан һаҙлыҡтарын өйрәнә һәм уларҙың экологик‑фитоценотик билдәләре б‑са классификацияһын төҙөй. “Башҡорт АССР‑ының ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр белешмәһе” (“Определитель высших растений Башкирской АССР”; 1966) китабын төҙөүҙә ҡатнаша.

Хеҙм.: Растительный покров болот Башкирской АССР //Вопросы классификации растительности. Свердловск, 1961.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика