“БРАВО”, бейеү театры. 1991 й. Өфөлә балалар хореография ансамбле булараҡ ойошторола. 2001 й. “Б.” “халыҡ” исеменә лайыҡ була, 2002 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ансамбль составында 6—17 йәшлек 160‑тан ашыу ҡатнашыусы. “Б.” бейеүҙәре классик, халыҡ һәм эстрада элементтарының синтезы м‑н айырыла. Репертуарында “Сыңҡылдаҡ себен” (“Муха-Цокотуха”), “Чипполино” бер актлы балеттары; “Сиртаки” грек сюитаһы; А.С.Пушкин әкиәттәренең мотивтары б‑са “Алтын балыҡтар” (“Золотые рыбки”), “Аҡҡош‑батша ҡыҙы”(“Царевна‑лебедь”), “Шамахан батшабикәһе” (“Шамаханская царица”) хореографик күренештәре; “Яҙ” (“Весна”), “Дымков уйынсығы” (“Дымковская игрушка”), “Ауыл иртәһе” (“Утро в деревне”) бейеү миниатюралары; “Бөрйән ҡыҙы”, “Егеттәр”, “Калинка”, “Һунарсылар”, “Башҡортостан сәскәләре” халыҡ һәм тормошҡа бәйле бейеүҙәр һәм башҡалар. Рәсәй, Венгрия, Германия, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. “Тау балалары” (“Дети гор”) балалар ижады (Новы-Сонч ҡ., Польша, 1995), БДБ халыҡтарының художестволы ижады (Мәскәү, 1997), балалар художестволы ижады (Екатеринбург ҡ., 1999; Гран‑при); “Бәхет ҡошо” (“Жар-птица”) классик бейеүе (Иваново ҡ., 1999), “Йән осошо” (“Душой исполненный полёт”; Мәскәү, 1999; С.‑Петербург, 2002), “Веспрем уйындары” (“Веспремские игры”; Веспрем ҡ., Венгрия, 2001), “Нева йәйғоро” (“Невская радуга”; С.‑Петербург, 2003), “Йәшлек” (“Юность”; Мәскәү, 2003; Гран‑при), “Бейеү Олимпы” (“Танцевальный Олимп”; Берлин, 2004) һ.б. халыҡ‑ара һәм бөтә Рәсәй фестивалдәре һәм конкурстары лауреаты. Художество етәкселәре һәм бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылары:БАССР‑ҙың атҡ. артисы Р.М.Харисов, С.Ә.Харисова.

Әҙәб.: Богуславская Д.Н. Честно заработанное “Браво!” //Клуб. 1997. №10.

Р.Н.Хәлимов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика