БӨТӘ РӘСӘЙ ОЙОШТОРОУ ЙЫЙЫЛЫШЫ АҒЗАЛАРЫ СЪЕЗЫ, 1918 й. сент. аҙағында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетын үҙгәртеп төҙөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Төп бурысы — 1919 й. ғин. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышының яңы саҡырылышын ойоштороу. Ойоштороу ком‑тынан айырмалы рәүештә власлыҡ вәкәләттәренә эйә булмай. Окт.—нояб. Екатеринбургҡ. урынлаша. А.В.Колчактың хәрби түңкәрелешенән һуң Съезд таратыла. Нояб. аҙағында Өфөлә Ойоштороу ком‑ты ведомстволары идарасылары һәм Социал‑революционерҙар партияһы ҮК м‑н берлектә Съезд етәкселегенең бер нисә ултырышы үткәрелә. Өфөнө Колчак баҫып алғандан һуң Съезд ағзаларының күбеһе ҡулға алына. Съезд рәйесе — В.К.Вольский.

А.Д.Казанчиев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика