БӨТӘ РӘСӘЙ ОЙОШТОРОУ ЙЫЙЫЛЫШЫ АҒЗАЛАРЫ КОМИТЕТЫ, Комуч, 1918 й. 8 июнендә Һамарҙа ҡаланы Чехословак айырым корпусы подразделениелары баҫып алғандан һуң ойошторолған хөкүмәт. Комитет үҙен Рәсәй Демократик Федератив Республикаһында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы исеменән эш итеүсе юғары власть тип иғланитә; ғәмәлдә көҙгә Һамар губернаһы һәм Өфө губернаһы (Златоуст өйәҙенән башҡа) терр‑яларын, өлөшләтә Ҡазан губернаһын һәм Һарытау губернаһын, Пенза һәм Сембер губ. контролдә тота. Августа Комитет Президиумы һайлана һәм Ведомстволар (аҙыҡ-түлек, бәйләнеш юлдары, дәүләт милке һәм контроль, дәүләт һаҡлауы, игенселек, мәғариф, почталар һәм телеграфтар, сауҙа һәм сәнәғәт, сит ил эштәре, финанс, хеҙмәт, хәрби, эске эштәр, юстиция) м‑н идара итеү советы ойошторола. Ойоштороу йыйылышының (большевиктар һәм һул эсерҙарҙан башҡа) эшен яңынан башлауға әҙерлек алып бара, совет власы декреттарын юҡҡа сығара, Халыҡ армияһы төҙөй, шәхси эшҡыуарлыҡ азатлығын, ерҙе дөйөм милеккә әйләндереүҙе һәм уны крәҫтиәндәр араһында хеҙмәткә ҡарап тигеҙ бүлеп биреүҙе яҡлап сыға, округ, губерна, өйәҙ вәкилдәре институтын булдыра, ҡала һәм земство урындағы үҙидаралыҡ органдарының, суд системаһының эшмәкәрлеген тергеҙә. Башҡорт хөкүмәтен, Урал ваҡытлы өлкә хөкүмәтен, Ваҡытлы Себер хөкүмәтен һ.б. өлкә хөкүмәттәрен таный. Комитет Ырымбур һәм Өфө губ. б‑са вәкилдәр итеп А.И.Дутовты һәм В.П.Гиневскийҙы тәғәйенләй. 23 сент. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә вәкәләттәрен Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә тапшыра һәм 3 окт. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары съезы итеп үҙгәртелә. Ведомстволар м‑н идара итеү советы Өфө өлкә хөкүмәте (окт. алып Өфөлә урынлаша) булараҡ эшмәкәрлеген дауам итә һәм 1918 й. 3 дек. А.В.Колчак указы б‑са бөтөрөлә. Комуч рәйесе — В.К.Вольский. Комитеттың баҫма органы— “Вестник Комитета членов Всероссийского Учредительного собрания”(“Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты хәбәрҙәре”) гәз. (Һамар, 1918 й. июнь—сент.).

Әҙәб.: Лапандин В.А. Комитет членов Учредительного собрания: структура власти и политическая деятельность (июнь 1918 — январь 1919 гг.). Самара, 2003.

А.Д.Казанчиев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика