БӨТӘ РӘСӘЙ МОСОЛМАН ШУРАҺЫ, Бөтә Рәсәй үҙәк мосолман шураһы, Рәсәй мосолмандары шураһы, Милли шура, 1917 й. 11 майында Мәскәүҙә Рәсәй мосолмандары хәрәкәтенә етәкселек итеү өсөн 1‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ойошторола. Петроградта урынлаша. Советҡа эске Рәсәй (Волга буйы һәм Урал) һәм Себер (ш. иҫ. И.С.Алкин һәм Ибр.А.Әхтәмов), Төркөстан (ш. иҫ. Ә.Ә.Вәлидов), Белоруссия, Кавказ, Ҡаҙағстан, Ҡырым, Литва, Польша һәм Украина мосолмандары вәкилдәре инә. Съезда ш. уҡ Б.Р.м.ш. башҡарма ком‑ты (Икомус, Искомус; Петроградта урынлаша) төҙөлә, уның ағзалары иҫәбендә Алкин, Вәлидов, Әхтәмов һәм Ибн. А.Әхтәмов була. Б.Р.м.ш. һәм уның башҡарма ком‑ты Бөтә Рәсәй мосолмандарының 2‑се съезын (Ҡазан, июль—авг.) үткәреүҙе, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалығына үҙенең кандидаттарының һайлау алды кампанияһын һәм Милләт мәжлесенә һайлауҙар ойоштора (ғәмәлдә уға төп вәкәләттәрен тапшыра). Б.Р.м.ш. һәм уның башҡарма ком‑ты РСФСР Милләттәр эштәре б‑са ХК-ның 1918 й. 16 майындағы ҡарары м‑н таратыла. Б.Р.м.ш. һәм Б.Р.м.ш. башҡарма ком‑ты рәйесе — А.Т.Цаликов. Баҫма органы — “Известия Всероссийского Мусульманского Совета” (“Бөтә Рәсәй Мосолман Шураһы хәбәрҙәре”) гәз. (Петроград, 1917 й. июнь—дек.).

Әҙәб.: Исхаков С.М. Российские мусульмане и революция (весна 1917 — лето 1918 г.). М., 2004.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика