БӨТӘ РӘСӘЙ МИЛЛИ СОЮЗЫ, сәйәси ойошма. 1918 й. окт. Өфөлә “Берҙәмлек” (1914—19 йй. соц.‑демократик ойошма) төркөмө, Милли үҙәк (1918 й. буржуаз-демократик ойошма), Халыҡ азатлығы партияһы, Ватанды һәм Азатлыҡты һаҡлау союзы (1917—19 йй. офицерҙар ойошмаһы) ағзалары һәм партияһыҙҙар йыйылышында ойошторола. Нояб. Алып Б.Р.м.с. етәкселеге Екатеринбург ҡ. урынлаша. Союз Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте власы, Граждандар һуғышында большевиктарҙы тар-мар итеү һәм артабанғы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын саҡырыу, халыҡтарҙың милли-мәҙәни автономияһы өсөн, төбәк үҙенсәлектәре булыуы арҡаһында ерҙе национализациялау йәки социализациялауға һәм Рәсәйҙә аграр мөнәсәбәттәрҙе унификациялауға ҡаршы сығыш яһай. 1919 й. ҡарай тарҡала. Б.Р.м.с. рәйесе — А.С.Белецкий (псевдонимы Белоруссов). Баҫма органы — “Отечественные ведомости”(“Ил хәбәрҙәре”) гәз. (Өфө—Екатеринбург, 1918—19).

А.Д.Казанчиев

Текст на русском языке

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика