БӨТӘ ДОНЪЯ ҠЫРАҒАЙ ТӘБИҒӘТ ФОНДЫ (World Wide Fund for Nature, WWF), төп маҡсаты тәбиғи мөхит деградацияһын булдырмау, кеше һәм тәбиғәттең гармонияла йәшәүенә булышлыҡ итеү, тәбиғәтте һаҡлау өсөн матди саралар йәлеп итеү булған хөкүмәткә ҡарамаған ойошма. Штаб-квартираһы Глан ҡ. (Швейцария) урынлашҡан. 1961 й. нигеҙ һалына. Эмблемаһында — ҙур панда. Фондтың 5 млн ашыу яҡсыһы бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше: биологик төрлөлөктө (генетик, төр, экосистема) һаҡлап ҡалыу; тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм тирә‑яҡ мөхитте бысратыуҙы кәметеү. 1994 й. WWF‑тың Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә 50‑нән ашыу проектҡа ярҙам итеүсе Рәсәй вәкиллеге асыла.

1999 й. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең артабанғы үҫеше ҡаралған “Урал экотөбәгендә биологик төрлөлөктө һаҡлап ҡалыу” проектын тормошҡа ашырыу т‑да ҡарар ҡабул ителә. 2000 й. Өфөлә фондтың Урал проект офисы асыла. Башҡортостанда фонд аҡсаһына һәм уның ярҙамы м‑н махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре системаһының перспективалы схемаһы эшләнә, ҡурсаулыҡтар һәм милли парктарға финанс ярҙамы тормошҡа ашырыла, тәбиғәтте һаҡлау учреждениелары хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү б‑сасаралар үткәрелә. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институты, Биология институты, БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы м‑н берлектә БР Хөкүмәте респ. тәбиғәтте терр. һаҡлауҙы үҫтереү перспективалы планы булараҡ раҫлаған “Башҡортостан Республикаһының һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре системаһы”концепцияһы эшләнә.

А.И.Соломещ

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика