АБҘАН УРТА МӘКТӘБЕ, Ейәнсура р‑ны. 1917 й. башланғыс уч‑ще булараҡ нигеҙ һалына. 1920 й. алып беренсе баҫҡыс мәктәп, 1925 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1930 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. башлап бөгөнгө статуста. Интернаты, емеш баҡсаһы, атыу тиры, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Урта мәктәпте 2,7 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында А.Х.Абдуллин, З.Т.Бикбулатов, Б.Б.Ғафаров, У.Ғ.Ҡадиров, А.П.Майоров, Б.Д.Мәһәҙиев, Д.Д.Мәһәҙиев, М.Х.Әхтәмов бар.

Г.Ш.Назарова

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.