БӨТНӨК (Mentha), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы50—80 см бейеклектә, төҙ, дүрт ҡырлы, ябай йәки тармаҡлы, бер аҙ төклө. Япрағы төклө, ҡапма‑ҡаршы теҙелешле, йомортҡа, йомортҡа‑ланцет йәки оҙонса‑эллиптик формала,ситтәре киртләсле йәки бысҡы һымаҡ. Сәскәһе ваҡ, алһыу зәңгәр, зәңгәр йәки асыҡ сирень төҫөндә, тәлгәш сәскәлегенә йыйылған. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше 4 сәтләүектән тора, авг.—сент. өлгөрә. Йылға ярында, дымлы болонда, әрәмәлектәрҙәге ҡыуаҡлыҡта, дымлы урманда, һыу буйында үҫә. Ҡыр Б. бөтә респ. терр‑яһында таралған, оҙон Б. —башлыса Башҡортостандың Урал алдында. Декоратив үҫемлек, баллы үҫемлек, составында кумариндар, флавоноидтар, эфир майҙары бар, халыҡ медицинаһында, парфюмерия-косметика сәнәғәтендә, ликёр‑араҡы сәнәғәтендә һәм кондитер сәнәғәтендә ҡулланыла.

Ф.К.Фазылйәнова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика