БӨРТӨКТӘР СИГЕ, бер-береһенә тейеп торған һәм төрлө кристаллографик йүнәлешле бер фазалағы камил кристаллиттар (бөртөктәр) араһындағы сик (ул реаль материалдарҙың эске структураһына хас). Күршелә ятҡан бөртөктәрҙең кристаллографик йүнәлешенә бәйле рәүештә ҙур мөйөшлө, бәләкәй мөйөшлө, махсус һәм дөйөм типтағы Б.с. айыралар. Сиктәрҙең кристаллографик ҡалынлығы 2—3 атом аралығы дәүмәлен тәшкил итә. Б.с. материалдың шыйыҡ йәки аморф хәлдән кристаллашыуы, ҡаты хәлдә фазалар үҙгәреүе, деформацияланған (сүкеп нығытылған) материалдың яндырғанда ҡабаттан кристаллашыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Б.с. поликристалдарҙың (минералдар, металдар, иретмәләр, керамиканың) айырылғыһыҙ атрибуты булып тора. Уларҙың үҙенсәлектәренә һәм тәртибенә механик һәм йылылыҡ йоғонтоһо аҫтында (деформация, яндырыу һ.б.) Б.с. тәьҫире сиктәрҙә кристаллик рәшәткәнең нөктәле һәм һыҙыҡлы дефекттар барлыҡҡа килеүе һәм юғалыуы, Б.с. үҙенсәлекле процестар барлыҡҡа килеүе, Б.с. буйлап тиҙ генә үтеп китеү (сиктең дөйөм йөҙө буйлап бер бөртөктөң икенсеһенә ҡарата күсеүе) һәм Б.с. миграцияһы (сиктеңуның йөҙөнә ҡарата нормаль буйлап күсеүе) м‑н тәьмин ителә. Был тәьҫирҙеүтә ваҡ бөртөклө структураның формалашыуы һәм шуға ярашлы материалда Б.с. күләм өлөшө артыуы көсәйтә (ҡара: Наноструктур материалдар, Үтә һығылмалылыҡ). Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башынан ӨДАТУ‑ла һәм Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында (В.В.Астанин, Р.З.Вәлиев, В.Ю.Герцман, О.Ә.Ҡайбышев, Р.Р.Мөлөков, А.Ә.Назаров) Б.с. үҙенсәлектәре өйрәнелә, Б.с. тигеҙ булмаған торошо күренеше асыла, түбәнт‑рала һәм ҙур гидростатик баҫым аҫтында ҙур пластик деформациялар ярҙамында үтә ваҡ бөртөклө материалдар (нанокристалдар) алыуҙың фәнни нигеҙҙәре уйлап табыла.

Әҙәб.: Глейтер Г., Чалмерс Б. Большеугловые границы зёрен. М., 1975; Кайбышев О.А., Валиев Р.З. Границы зёрен и свойства металлов. М., 1987; Nazarov A.A., Mulyukov R.R. Nanostructured Materials //Handbook of Nanoscience, Engineering and Technology. Boca Raton [etc.], 2002. Vol. 27.

Р.Р.Мөлөков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика