Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/2390%20PUZYRNIK-GORNYJ.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/2390%20PUZYRNIK-GORNYJ.jpg'

БӨРСӨКЛӨ АБАҒА (Rhizomatopteris), ағасүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Ер шарының таулы һәм урманлы райондарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән, 30—40 см бейеклектә. Япрағы ланцет, тар ланцет, йомортҡа йәки өсмөйөш формаһында, ике, өс, йәки дүрт тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә. Мурт Б.а. 1‑се рәт өлөштәренең аҫҡы пары унан өҫтәрәк урынлашҡандары м‑н тигеҙ тиерлек, тау Б.а. — тышҡа ҡарай киңәйә бара, тигеҙситле түгел, судет Б.а. — тигеҙситле, төбөнә табан тарая, 2‑се рәттең тәүге аҫҡы өлөшө унан һуң килгәненән бәләкәйерәк. Япмаһы киң йомортҡа формаһында, ҡапсыҡ кеүек, ҡабарынҡы, яланғас йәки күп биҙле. Спораһы йомро, июль—авг. спора туплай. Йылға буйында, ҡая ярығында, күләгәле ылыҫлы, киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа үҫә. Мурт Б.а. респ. бөтә терр‑яһында тиерлек, БР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән Дайк Б.а. — Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ҡариҙел, Мәләүез, тау Б.а. — Ҡариҙел, Нуриман, судет Б.а. Архангел (Аҫҡын мәмерйәһенең тирә-яғы) һәм Белорет (Ҡайлыш төбәге, Баҡты һырты) р‑ндарында осрай. Декоратив үҫемлек.

Ф.К.Фазылйәнова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика