БӨРӨБАШ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 144 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 444 кеше; 1920 — 413; 1939 — 417; 1959 — 415; 1989 — 419; 2002 — 376; 2010 — 378 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр-Һунлар һәм Ҡыр‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1673 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 44 йортта 281 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 ел тирмәне булған. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, бакалея кибете теркәлгән. А.Бик, Иҙебай Аҡбаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика