БӨРӨ ХАЛЫҠ ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ, Бөрө районы Үҙәк мәҙәниәт һарайының халыҡ ҡурсаҡ театры. 1958 й. ойошторола. 1970 й.“халыҡ” исемен ала. Тәүге сәхнәләштергәнәҫ. — А.И.Олестың “Бабай менән торна” (“Дед и журавль”) пьесаһы. 1958—2010 йй. 49 спектакльҡуйыла: П.К.Лобовтың “Яҙғы әкиәт” (“Весенняя сказка”), “Тылсымлы әфлисун” (“Волшебный апельсин”), “Йәш разведчик тураһында легенда” (“Легенда о юном разведчике”), “Ҡыҙ йөрәге таш түгел” (“Сердце девичье не камень”) һәм “Ғәжәп төш” (“Чудесный сон”), О.В.Латипованың “Ҡурсаҡ уйыны” (“Игра с куклами”) һәм “Ҡурсаҡ мюзиклы” (“Кукольный мюзикл”), В.В.Груденконың “Төлкө менән бүре” (“Лиса и волк”), М.Кәримдең “Әтәс тирмәне” (“Петушиная мельница”) һ.б. Коллектив составында С.В.Лобов, Л.Н.Новикова, В.А.һәм Н.Г. Решетниковтар, В.Ф.Сбоев, И.Ю. һәм С.Б. Фәйрушиндар һ.б. Спектаклдәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар — Т.С.Багаева, Груденко, Н.Н.Каневская, Латипова, П.К.Лобов, В.А.Решетников, Э.Р.Абсатарова (художество етәксеһе); рәссамдары — Решетников, С.А.Климина; муз. яҡтан биҙәүсе — Р.Х.Ғиззәтуллин. Респ. драма коллективтары смотр‑конкурсы, Бөтә Союз үҙешмәкәр художестволы ижад фестивале (Өфө; икеһе лә —1977), Бөтә Рәсәй халыҡ ҡурсаҡ театрҙары байрамы (Пермь ҡ., 1987), халыҡ ижады (Киров ҡ., 1990), һәүәҫкәр театрҙар (Мәскәү, 1990) фестивалдәре, “Алтын тирмә” Респ. халыҡ театрҙары фестивале (Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ‑Миәкәа., 2000) лауреаты.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика