БӨРӨ ФАРМАЦЕВТИКА КОЛЛЕДЖЫ, 1936 й. Н.Нариманов ис. Бөрө фельдшер‑акушерлыҡ техникумының (ҡара: Бөрө медицина колледжы) фарм. бүлеге нигеҙендә фарм. мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1954 й. алып фарм. уч‑щеһы, 2002 й. — Б.ф.к. 2000 й. тиклем ул БР‑ҙа фармацевтар әҙерләүсе берҙән‑бер урта махсус уҡыу учреждениеһы. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә фармация һөнәре б‑са алып барылған. Китапханаһы, дарыу үҫемлектәре үҫтереү өсөн тәжрибә участкаһы булған. 6 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2003). 2005 й. Б.ф.к. һәм Бөрө мед. колледжы нигеҙендә Бөрө медицинафармацевтика колледжы асыла.

Т.М.Красильникова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика